Ҡуҙғалаҡтан ваҡ бәлеш менән сәй эсәйек

Ҡуҙғалаҡ китте шаулап үҫеп, унан тәмле генә итеп ваҡ бәлеш бешерәйек. Рецебы - түбәндә.

Ҡуҙғалаҡтан ваҡ бәлеш менән сәй эсәйекҠуҙғалаҡтан ваҡ бәлеш менән сәй эсәйек
Ҡуҙғалаҡтан ваҡ бәлеш менән сәй эсәйек

Ҡуҙғалаҡтан тәмле генә ваҡ бәлеш бешерәйек (духовкала).

Кәрәк була:
3 стакан он, 0,75 стакан һөт, 2 йомортҡа, 5 аш ҡалағы шәкәр, 70 г аҡ май, 7 г әсетке, тоҙ алына. Эслек өсөн 300-400 г ҡуҙғалаҡ, 0,5 стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы крахмал.

Йылы һөткә, әсеткене алдан шәкәр менән бутап күпертеп алып, ҡамыр баҫығыҙ. Уны 1-2 сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Ҡуҙғалаҡты йыуып, һыуын һарҡытып, ваҡ итеп турағыҙ. Унан шәкәр һәм крахмалды һалып бутағыҙ.

Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп ваҡ бәлештәр әҙерләгеҙ. Бер йомортҡаны һытып, туҡып, шуның һәр береһенең тышына һөртөп сығығыҙ.

Духовканы 190 градусҡа ҡыҙҙырып, 20 минут бешерәбеҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас