Сирень сәскәһе менән дауаланығыҙ

Сирень сәскәһе күп кенә ауырыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Мәҫәлән, быуындарығыҙ һыҙлай икән, сирень сәскәһен банкаға һалалар, өҫтөнә араҡы ҡоялар һәм яҡшылап ябалар. 3-4 аҙна ҡараңғы урында тотҡас, төнәтмәне компресс яһау, ауыртҡан урынды ыуыу өсөн ҡулланалар.

Ларингит булғанда, тамаҡ төбөн сайҡату өсөн ошондай төнәтмә яһайҙар: 3 аш ҡалағы сирень сәскәһен 100 мл араҡыға һалып 7 көн төнәтәләр. Файҙаланыр алдыннан төнәтмәгә 1:10 нисбәтендә һыу ҡушалар һәм тамаҡты сайҡаталар.

Күҙҙең күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн сирень сәскәһен сәй кеүек бешерәләр. Шунда мамыҡ салфетканы сылатып, 3-5 минутка күҙгә ҡуйып торалар.

Циститтан. 1 аш ҡалағы сирень сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыуҙа 1 сәғәт төнәтәләр. Һөҙөп, көнөнә 4 мәртәбә берәр аш ҡалағы ҡабул итәләр.

Халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Мәғлүмәт интернет селтәренән алынды.

Автор:
Читайте нас