Иртәнсәк кефирлы коктейль эсегеҙ – был аш һеңдереүҙе яҡшыртыу, эс ҡатыуҙан һәм артыҡ майҙан ҡотолоуҙың ябай ысулы. Бындай иртәнге аш тирене яҡшырта, айырыуса бит-йөҙ тирәһе матурланып китер, дәрт бирә һәм айына 2,5 килограмға тиклем ауырлыҡты кәметергә ярҙам итә.
Файҙалы коктейль әҙерләү өсөн өсөн биш – ете бөртөк ҡара емеш (чернослив), ике аш ҡалағы һоло яҫмығы (геркулес), бер стакан кефир йәки майһыҙ йогурт, бер аш ҡалағы етен майы, бер балғалаҡ какао-порошок кәрәк.
Әҙерләү барышы:
Ҡара емештең өҫтөнә 100 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10-15 минутҡа ултыртып тороғоҙ;
Айырым һауытта һоло, какао һәм етен майын бутағыҙ;
Уларға кефир өҫтәгеҙ һәм һәйбәт итеп болғатығыҙ;
Бүрткән ҡара емеште ваҡ итеп турап, ҡатнашмаға өҫтәгеҙ;
Тағы бер тапҡыр болғатығыҙ һәм төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Һыуыҡ ризыҡ яратмаһағыҙ, бүлмә температураһында, һалҡынсараҡ урында ҡалдырырға ла мөмкин.
Тәмле лә, файҙалы ла иртәнге ризыҡ әҙер. Сәләмәт булығыҙ, файҙаһын күрегеҙ!
Сығанаҡ: https://vk.com/public206695999