

Әбүбәкер ауылында йәшәгән Әлфидә Ултыраҡова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә әсе йыуаны тоҙлап, ҡышҡылыҡҡа банкаларға тултырып ҡуйыуы тураһында бик матур фотолары менән уртаҡлашҡан.
"Йыуаны таҙартып, йыуып, турап, тоҙлап банкаларға тултырҙым. Ҡыш көнө картуф иҙгәндә бер аш ҡалағы һалып ебәрһәәәәң, м-м-м-ммм тәмле була", - тигән яҙыу ҙа ҡалдырған.
Ә һеҙҙең яҡта йыуаны тоҙлайҙармы? Фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙып ебәрегеҙ әле.
Фото: Әлфиҙә Ултыраҡова
Автор:Карима Усманова