Кесерткән кеүәҫе эшләгәнегеҙ бармы?

Ул быуындар һәм һөйәктәр һыҙлауынан, аҙ ҡанлылыҡтан, геморройҙан, депрессиянан ярҙам итә, күҙ күреүҙе яҡшырта, тире ауырыуҙарын бөтөрә, климакс мәлендә ярҙам итә, гемоглобинды күтәрә, ҡанды таҙарта. 

Өс литрлыҡ банканың 2/3 өлөшөн кесерткән менән тултырабыҙ. Өҫтөнә бүлмә температураһындағы һыуҙы ҡоябыҙ. Шишмә һыуы булһа, бигерәк шәп. 4 аш ҡалағы бал һәм 8 бөртөк йөҙөм өҫтәйбеҙ.

Өҫтөн марля йәки йоҡа сепрәк менән ҡаплайбыҙ. Банканы мотлаҡ тәрән һауыт эсенә ҡуйығыҙ. Сөнки кеүәҫ әсей башлағанда таша. Банканы иң ҡояшлы урынға ҡуябыҙ. Ике-өс көн эсендә әҙер була.
Кеүәҫ быуындар һәм һөйәктәр һыҙлауынан, аҙ ҡанлылыҡтан, геморройҙан, депрессиянан ярҙам итә, күҙ күреүҙе яҡшырта, тире ауырыуҙарын бөтөрә, климакс мәлендә ярҙам итә, гемоглобинды күтәрә, ҡанды таҙарта.

Кесерткән ҡанды ҡуйырта, тиҙәр. Бик үк килешеп етмәйем. Сөнки бының өсөн кесерткәнде көнө-төнө ашарға һәм эсергә кәрәктер. Һуғыш ваҡытында күп ҡан юғалтҡан яралыларҙы кесерткән төнәтмәһе эсереп дауалағандар.
Һау булайыҡ!

Файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Аллергияһы булғандарға, кескәй балаларға, ауырлыларға, тромбофлебиты булғандарға ярамай.  

Сығанаҡ: "Башдонъя" төркөмө.

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас