Талҡан яратаһығыҙмы?

Ул ҡурылған ҡурмас ононан эшләнә. Рецебын яҙып алығыҙ.

Талҡан – башҡорт халҡының милли ризығы. Ул ҡурылған ҡурмас ононан эшләнә.

Ата-бабаларыбыҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ был ризыҡтан бер ваҡытта ла өҙөлмәгән. Туҡлыҡлы, тәмле, файҙалы талҡанды ҡул тирмәне менән тартып эшләр булғандар.

РЕЦЕБЫ:
1. Ҡоро талҡан;
2. Иретелгән май;
3. Ярты балғалаҡ тоҙ;
4. 2 аш ҡалағы шәкәр (теләк буйынса).

Бөтәһен ҡушып болғап, йомғаҡтар яһар кәрәк.
Артҡан ҡоро талҡанды сепрәк тоҡта, йә туңдырғыста һаҡларға мөмкин. Шулай уҡ талҡан онон ойотҡанға, бутҡаларға, кәтлиттәргә ҡушып ашарға була.

Сығанаҡ һәм фото: "Жизнь в башкирской деревне" .

Автор:Карима Усманова

Автор:
Читайте нас