Аш һеркәһенең шундай ҙур зыяны барлығын белә инегеҙме?

Ни эшләп был турала тышына яҙмайҙар икән?    

Күп кенә рецепттарҙа һеркә (уксус) ҡулланабыҙ. Баҡһаң, уның организм, анығыраҡ әйткәндә бауыр өсөн ҙур зыяны бар икән. Бауыр һеркәне үҙенә һеңдерә, был уға алкоголь эскәндәге кеүек тәьҫир итә. Тимәк, уға тейешле тиҙлек менән үҙ функцияларын башҡарарға мөмкинлек бирмәй.

Был хаҡта етештереүселәр һеркәнең шешәһенә яҙһа була ла бит. Ул спиртлы эсемлек кеүек үк ҙур зыян килтермәһә лә, үҙенең ҡара эшен барыбер башҡара.

Бик тә һеркә ҡулланырға кәрәк икән, алманыҡын һайлағыҙ. Ул ныҡ ҙур зыян килтермәй һәм хатта әҙерәк файҙаһы ла бар: алмалар үткән ферментация процесы арҡаһында ыңғай тәьҫире бар. Ләкин уны ла күп тотонмағыҙ!

Фото: "Бәйләнештә".

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас