ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Апреля , 07:13

Йәшелсә сәсеү өсөн уңышлы көндәр

-

Май айында тәҙрә төбөндә ултырған йәшелсә, сәскә үҫентеләре тышҡа “күсә” башлайҙар. Күптәр был эштәрҙе ай календарына ҡарап башҡара. Әйтеүҙәренсә, ай үҫкәндә - үҫентеләрҙе сәсеү, күсереп ултыртыу, ә ай кәмегәндә тупраҡты эшкәртеү, ҡоротҡостар менән көрәшеү эштәре менән булышырға кәрәк.
📌Майҙа йәшелсәләрҙе сәсеү һәм күсереп ултыртыу өсөн уңышлы көндәр:
🍎Помидор - 2, 11, 12, 19, 20, 28, 29, 30.
🥒Ҡыяр - 2, 11, 12, 19, 20, 26, 27, 28, 29, 30.
🥬Кәбеҫтә — 2, 6, 7, 11, 12, 19, 20, 26, 27, 28, 29, 30.
🌶Борос, баклажан - 2, 11, 12, 19, 20, 28, 29, 30.
🫜Редис, шалҡан - 2, 11, 12, 19, 20, 26, 27, 28, 29, 30.
🥕Кишер, сөгөлдөр - 2, 11, 12, 19, 20, 26, 27, 28, 29, 30.
🥬Салат, укроп, петрушка - 2, 11, 12, 19, 20, 28, 29.
🧅Һуған - 2, 3, 4, 5, 6, 7, 28, 29, 30.
🧄Һарымһаҡ - 2, 3, 4, 5, 6, 7, 28, 29, 30.

 

❗Сәсеү өсөн уңышһыҙ көндәр – 1, 15, 16, 17, 31.

 

Тәжрибәле баҡсасылар 10 майға тиклем асыҡ тупраҡҡа картуф, һуған, һарымсаҡты ғына сәсергә кәңәш итә.

 

Сығанаҡ: "Таң" гәзите

Автор:
Читайте нас