ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Апреля , 09:02

Ни өсөн монахтар иртән эҫе һыу эсә?

Тибет табиптары иртәнге аш алдынан бер стакан эҫе һыу эсеү ғүмерҙе 10 йылға оҙайтыуына ышана! Ни өсөнмө? Уҡығыҙ! 

Көнсығыш тәғлимәттәре буйынса, мәңгелек йәшлек сере тип тап эҫе һыу һанала. Ҡайнар ҙа түгел, йылы ла түгел, ә 40-45 градус температуралы һыу. Шул уҡ ваҡытта кешенең үҙ организмы өсөн эшләгән иң насар эш – һыуыҡ һыу йәки боҙ һалынған эсемлектәр эсеү.

Тибет табиптары иртәнге аш алдынан бер стакан эҫе һыу эсеү ғүмерҙе 10 йылға оҙайтыуына ышана! Эҫе һыу ут элементын — ашҡаҙанды баҫа һәм төндә йыйылған микробтарҙы үлтерә. Ҡытайҙа бала саҡтан уҡ балаларҙы ашар алдынан йылытылған һыу эсергә өйрәтәләр. Хатта кафела һәм ресторанда ла, клиентҡа заказ бирер алдынан, уға бер стакан ҡайнар һыу бирәләр.

Аюрведа раҫлауынса, уянғандан һуң бер стакан йылы һыу мигрень, юғары ҡан баҫымы, анемия, һимереү, артрит һәм башҡа ауырыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә.

Һис шикһеҙ, был раҫлауҙарҙа төплө фекер бар. Һыуыҡ һыуҙан организм уянмай, ә шок кисерә һәм һыуҙы оптималь температураға — тәндең эске температураһына тиклем йылытыуға көс түгә.

Бер стакан эҫе һыу ярҙамында иртәнән матдәләр алмашыныуы яйға һалына, ҡан таҙартыла һәм тире, бөйөр һәм лимфа системаһы аша тәнде детоксикациялау процестары көсәйә. Үт ағымы яҡшыра, организм яйлап уяна, ә аш һеңдереү системаһы бик йомшаҡ, шокһыҙ һәм артыҡ көсөргәнешһеҙ эшләй башлай.

Бындай көндәлек иртәнге процедураның һөҙөмтәһе булып майлы ялтырауыҡһыҙ һәм һытҡыларһыҙ таҙа тире, тән ауырлыҡтың ҡапыл кәмеүе һәм ҡан баҫымының нормалләшеүе тора.

Ни өсөн иртән эҫе һыу эсергә кәрәк тип уйлама, ә эшлә! Иртәнсәк һыуҙы ҡайнатма, ә йылыт һәм ваҡ йотомдар менән яйлап эс. Бынан һуң иртәнге аш ашарға ашыҡмағыҙ, 20 минут самаһы көтөгөҙ. Ә һөҙөмтәне күрер өсөн быны иртәгә үк эшләргә тырыш.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас