Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һөтлө сәй эсеү стресс кимәлен кәметергә, нервыны тынысландырырға ярҙам итә. Был эсемлек йоҡо килтермәй генә ял итеүгә булышлыҡ итә, борсолоу кимәлен кәметә һәм иғтибарҙы туплау һәләтен көсәйтә. Һөттәге аҡһымдар һәм майҙар кофеинды үҙләштереүҙе тотҡарлай, уның тәьҫирен тағы ла йомшағыраҡ һәм оҙайлыраҡ итә.
Лактозаға аллергияһы булған кешеләр һөт ризыҡтарын ашамай. Ә бына сәй менән ҡушылғас, һөттәге аҡһымдар һәм майҙар реакцияға инә һәм иреп бөтә. Шуға был кешеләр өсөн һөтлө сәйҙе эсергә була.
Ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәре менән яфаланған кешеләр өсөн дә һөтлө сәй – яҡшы эсемлек. Ул ашҡаҙандың, эсәктәрҙең лайлалы тиресәһен тынысландыра.
Туҡлыҡлы эсемлек булараҡ, һөтлө сәй арығанда, ауырыуҙан һуң терелгәндә ярҙам итә, ҡан баҫымын тәртипкә килтерә, инфекцияларға ҡаршы торорға булышлыҡ итә.
Автор фотоһы.