Дегәнәктең файҙалы яҡтары тураһында күптәр белә. Һәр кем уны үҙенсә әҙерләй һәм ҡуллана. Бөгөн иғтибарығыҙға файҙалы рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Икенсе йыл дегәнәк япрағын төнәтеп эсәм. Быйыл ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡалдырырға ла уйлайым. Сөнки бар организмға файҙалы.
Япраҡтарҙың төнәтмәһе: 1 стакан һыуға 1 аш ҡалағы ваҡланған япраҡтарҙы һалып, һыу быуында 20 минут тоторға (йәки 5 минут ҡайнатырға), унан 1 сәғәт төнәтергә. Ашар алдынан көнөнә 3-4 тапҡыр 1 аш ҡалағы эсергә. Аш һеңдереүҙе яҡшырта, сәс ҡойолғандан, пеләшләнеүҙән ярҙам итә, артыҡ тоҙҙо сығара.
Халыҡ медицинаһы сараларын файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!