Дарыу үләндәре араһында төрлө микробтарға ҡаршы тороу сифаты йәһәтенән әремгә еткән үлән юҡтыр. Ул хатта трихомонада, хламидия, герпес, лямблий, эхинококк инфекцияһы кеүек үтә ҡурҡыныс инфекцияларҙы дауалау һәләтенә эйә. Әрем төнәтмәһе йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, нервыларҙы тынысландыра, аш эшкәртеү процесын көйләй, һимереүгә ҡаршы тора.
Әремдән төнәтмә яһап эсеү ҙә күп сирҙәрҙән профилактика буласаҡ. Бының өсөн бер литрлыҡ банкаға йәки термосҡа бер аш ҡалағы әрем һалып, ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәгәһенә көн дауамында яртышар стакандан ашар алдынан ярты сәғәт алда эсергә. Әрем – бик көслө үлән. Һау-сәләмәт кешеләргә лә төнәтмәне 14 көндән артыҡ эсмәҫкә кәңәш ителә.
Миҙгел сирҙәре ваҡытында тымау йәки температура билдәләре һиҙелеү менән тамаҡ төбөн, танауҙы әрем һалып ҡайнатылған һыу менән сайҡата башлағыҙ. Быны, сирләмәгән осраҡта ла, профилактика өсөн башҡарарырға мөмкин. Көн һайын әрем һыуы әҙерләү мәшәҡәтле тойолһа, дарыухананан әҙер эфир майы һатып алығыҙ.
Яңауыл районының Байғужа ауылына командировкаға барған саҡта Фәриха Матнурова исемле апай ошондай майҙы үҙе даими эшләүе тураһында һөйләп, беҙгә әрем майы эшләү рецебын өйрәтте. Бындай майҙы йыл һайын эшләй икән.
- Әремдең өҫкө өлөштәрен генә йыйырға. Банканың яртыһына туралған (ваҡланған) үләнде һалып, өҫтөнә таҙартылмаған көнбағыш майы ҡойорға. Бер ай ҡараңғы урында тотҡас, һөҙөп алырға. Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа. Йәрәхәттәр урынына һөртөргә мөмкин. Һеңер тартылып, аяҡ-ҡул һыҙлағанда килешә. Шулай уҡ был май иң аҙған хәлдәге ангинаны ла дауалау көсөнә эйә, - тип үҙе белгән серҙәр менән уртаҡлашты Байғужа ағинәйе.
ИҪКӘРМӘ! Әрем төнәтмәһе ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, бәләкәс балаларға ярамай. Шулай уҡ аҙ ҡанлылыҡ, ашҡаҙан сей яраһы һәм башҡа ҡайһы бер ауырыуҙар мәлендә лә тыйыла. Үләндәр менән дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Автор фотоһы.
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2026-04-21/remg-etk-n-l-n-yu-tyr-4659741