ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Апреля , 02:31

Был печеньены бешереүгә күп ваҡыт кәрәкмәй

Балаларым бигерәк ярата шуларҙы, ти Гөлгөнә.    

Минең балаларым бигерәк ярата шуларҙы, ти Златоуст ҡалаһынан яҡташыбыҙ Гөлгөнә Мозафарова. Татыу ғаиләлә ике баһадир малай үҫә.

Беҙгә кәрәк: 100-150 грамм творог

200 грамм тирәһе ауыл ҡаймағы

Бер стакандай шәкәр ҡомо

Бер йомортҡа

Берәр семтем тоҙ һәм корица

Ике стакандай он.

Бер балғалаҡ (өймәләм түгел)  соданы уксуста яндырып һалырға.

Барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫҡас, йәйеп төрлө фигура биреп ҡырҡабыҙ.

180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 15-20 минут бешерәбеҙ. Ауыҙҙа иреп торған, хуш еҫле печенье әҙер! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас