Асҡын районының Әмир ауылынан Ғәзимә Зәйнетдинова аш-һыуҙы һәр ваҡыт күңел һалып бешерә. Уның торт, бәлештәре, мейестәге икмәк-ҡоймаҡтары бигерәк уңып бешә. Бөгөн ул гәзит уҡыусыларыбыҙҙы еңел генә итеп баллы торт бешерергә өйрәтә:
–Ҡамыр өсөн 50 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы бал, ике йомортҡа, бер стакан шәкәр, ике стакан он, бер балғалаҡ сода кәрәк. Май менән балды иретеп, бергә ҡушабыҙ. Унан сода, йомортҡа, шәкәр һәм ондо ҡушып, тағы ла һәйбәтләп болғатабыҙ. Әҙер ҡамырҙан йоҡа ғына йәймәләр эшләп, уларҙы өсәр минутҡа духовкаға ҡуйып, бешереп алабыҙ. Бешереп бөткәс, йәймәләрҙе крем менән һылап, бер-береһе өҫтөнә теҙәбеҙ. Өҫтөн биҙәп ҡуйһаҡ, матур ҙа була. Телеңде йоторлоҡ торт әҙер!
Фото: Ғәзимә Зәйнетдинова.