

Уларҙы таҙартыуға оҙаҡ ваҡыт ҡул теймәй йөрөлә. Баҡтиһәң, был эште күпкә еңеләйтеп була икән. Өҫтәүенә бының өсөн кәрәкле әйберҙәр һәр кемдең өйөндә бар.
Ҡалаҡ-сәнскеләрҙе таҙартыу өсөн бер литр һыуға бер аш ҡалағы тоҙ, ике йомортҡаның ҡабығын һалабыҙ ҙа, приборҙарҙы шунда һалып ҡайнатабыҙ. Үҙ күҙегеҙгә үҙегеҙ ышанмаҫһығыҙ: ҡалаҡтарығыҙ ялтырап китәсәк!
Автор фотоһы.