ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Апреля , 19:01

Йомортҡаны нисек оҙаҡ һаҡларға?

Картуф тәмле бешһен өсөн нимә эшләргә? Түбәндә - һәр хужабикәгә кәрәкле кәңәштәр. Һеҙ ошоларға тағы нимә өҫтәр инегеҙ?    

Йомортҡаны нисек оҙаҡ һаҡларға?Йомортҡаны нисек оҙаҡ һаҡларға?
Йомортҡаны нисек оҙаҡ һаҡларға?

Барыһын да белеп бөтөп тә өлгөрмәҫбеҙ, ә шулай ҙа...

*Пиццаға һалған йәшел тәмләткес үләндәр төҫөн һәм тәмен юғалтмаһын тиһәгеҙ, уны алдан үҫемлек майында тотоп алырға кәрәк.

*Макарон йә спагетти ойошмаһын өсөн ҡайнаған һыуына үҫемлек майын ҡойорға була.

*Мундирлы картуф ярылып бешмәһен тиһәгеҙ, һыуына бер нисә тамсы уксус тамыҙып ебәрегеҙ.

*Шулай уҡ бер нисә теш һарымһаҡ һалғанда, картуф тәмле була.

*Туралған һуған өҫтөнә тоҙ һипкәндә, ул оҙаҡ боҙолмай.

*Тоҙ дымланмаһын өсөн һауытына рис ярмаһы һибергә мөмкин.

*Һөттә иҙелгән ҡоро горчица оҙаҡ һаҡлана һәм кипмәй.

*Йомортҡаны тупаҡ яғы менән өҫкә ҡаратып  ҡуйғанда, ул яҡшы һаҡлана.

*Бысаҡты һыуыҡ һыу менән йыуырға кәрәк. Кире осраҡта - үтмәҫләнә.

 *Алдан ҡыҙҙырып алынған ҡарабойҙай ярмаһы тиҙ бешә, таралып тора һәм тәмле була.

*Йәшелсә ашына һөт, һөт өҫтө, ҡаймаҡ ҡушһағыҙ, аш тәмле һәм туҡлыҡлы килеп сыға.

*Картуф тиҙ бешһен өсөн һыуына әҙерәк май һалырға була.

*Картуфты иҙгәндә һалҡын һөт ҡоймайҙар – ул күгәртә һәм төйөрҙәр барлыҡҡа килтерә. Һөттө ҡайнатып сығара яҙырға һәм яйлап ҡына картуфҡа ҡушып болғатырға.

*Һауыт-һабала балыҡ йәки һуған еҫе сыға икән, уксус менән сайҡатыу ҡотҡарыр.

 

фото:Олеся Вильданова 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас