ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Апреля , 10:23

Ҡыҙыл сөгөлдөр кеүәҫе тәмле лә, файҙалы ла!

Бигерәк тә майлы ризыҡтар ашағанда уны ҡулланғандар  

Һәр милләт халҡының үҙенә хас аш-һыуы ла бар. Илеш яҡтарына командировка мәлендә Ташкисеү ауылында удмурт милләтенән булған ханым Гөлнара Сафиева менән танышыу форсаты тейҙе. Ул “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына  удмурттарҙың боронғо эсемлеге  – “Чукач” тигән ҡыҙыл сөгөлдөр кеүәҫенең рецебы менән уртаҡлашты:

–Уртаса ҙурлыҡтағы 2-3 таҙартылған ҡыҙыл сөгөлдөрҙө алабыҙ. Уны 5-6 киҫәккә бүләбеҙ һәм уға  1,5 литр һыу ҡоябыҙ. Шуны сөгөлдөр бешкәнсе ҡайнатабыҙ. Һуңынан һыуытырға ултыртабыҙ, йылы көйөнә 3 аш ҡалағы шәкәр, 150 грамм икмәк әсеткеһе (опара)  һалып яҡшы итеп бутайбыҙ. Һуңынан өҫтөн ҡаплап, 2-3 тәүлеккә әсетергә ултыртабыҙ. Һөҙгәс, кеүәҫте эсергә ярай. Шулай уҡ сөгөлдөрөн дә ашап ҡуя алаһығыҙ. Тәме әскелт килеп сыға.

Был эсемлекте ата-әсәйҙәр ҙә эшләне. Ҡаҙ ите һымаҡ майлы ризыҡ ашағанда ҡуллана торғайнылар. Шуға бер кем дә үҙәк көйөүгә зарланманы. Ата-әсәйемдәр  был эсемлектең шифаһы тураһында     әйтә торғайнылар. Ул эсте  йомшарта, һейҙекте ҡыуа. Шулай сөгөлдөрҙөң күп витаминдарға ла бай булыуы билдәле, – тип һөйләне Гөлнара ханым.

Фото: Гөлнара Сафиеваныҡы.

Автор:
Читайте нас