ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Апрель , 09:17

Еңел генә эшләнгән десерт рецебы тәҡдим итәбеҙ

Аҡъяр ауылынан уңған хужабикә Айгөл Әхмәтова еңел генә эшләнгән тәмле десерт рецебы тәҡдим итә.

Магазин ҡаймағына ½ стакан шәкәр, бер ҡап ванилин, төрлө емеш-еләкте (банан, алма, мандарин, сейә һ.б.) турап һалырға һәм болғатырға. Сәй табынына ябай ҙа, файҙалы ла, тәмле лә десерт әҙер.

Аштарығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!

Автор фотоһы.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас