Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Апрель , 16:44

Эшкә кейенеү тәртибен беләһегеҙме?

Ҙур алҡалар тағып, тәрән уйымлы күлдәктә, үтә күренмәле блузка, джинсы салбарҙа эшкә барыу килешмәй.

Тормошобоҙҙоң күп ваҡыты эштә үтә. Хеҙмәттәштәрең менән аралашыуҙың да этикеты бар. Был турала белеү файҙаға булыр.

Етәксе менән уның ҡул аҫтында эшләгән кеше иң беренсе булып һаулыҡ һорашырға тейеш. Ләкин киреһенсә лә булыуы мөмкин, әгәр бер нисә хеҙмәткәр ултырған бүлмәгә етәксе үҙе килеп инһә.

Эштә телефонығыҙҙы вибротауышҡа күсереп ҡуйыу яҡшы, шул осраҡта уның тауышы башҡа хеҙмәттәштәрегеҙгә ҡамасауламаҫ. Шулай уҡ бер туҡтауһыҙ ҡысҡырып телефондан һөйләшеү ҙә ярамаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙарға эш урындарында төҙәнеп-биҙәнеүҙәре  килешеп бөтмәй, бының өсөн санузел бүлмәһе бар.

Эштә кейенеүҙең дә үҙ тәртибе. Был йәһәттән матур күренергә генә түгел, ул кейемдә уңайлы ла булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эшлекле костюм – жакет-юбка, жакет-салбар стилле күренәсәк. Уның төҫөнөң сағыу булмауы мөһим. Шулай уҡ классик күлдәктәр ҙә килешәсәк. Ләкин түш тирәһендә тәрән уйымлыһын һайламағыҙ.

Сумканы гардеробығыҙға ҡарап йөрөтөгөҙ, сифатлы сумка ла уңышлы хеҙмәткәр булыу билдәһе. Биҙәүестәр тағаһығыҙ икән, эшкә күҙгә ташланып бармағанын һайлағыҙ. Ҡиммәтле металдарҙан һәм таштарҙан ювелир әйберҙәрҙе көндөҙ таҡмауҙарын да хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ.

Үтә күренмәле блузкалар, тәрән уйымлы күлдәктәр, джинсы салбарҙар, асыҡ сандалиҙар, кроссовка – былар эшкә кейә торған кейем түгел.

Офис өсөн кейем бик күңелһеҙ, һоро тип уйламағыҙ. Килешеп торған сифатлы кейем уңайлы ла, матур ҙа булыр.

 Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас