Ҡамыр өсөн:
* 250 мл һөт
* 400 грамм он
* 2 аш ҡалағы үҫемлек майы
* 0,5 балғалаҡ тоҙ
* 1 аш ҡалағы шәкәр
* 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә
Майлау өсөн:
* 1 йомортҡа һарыһы.
Эслек өсөн:
* 50 грамм аҡ май
* һарымһаҡтың 7 теше
* 2 аш ҡалағы ваҡлап туралған йәшелсә.
Башта ҡамыр баҫабыҙ ҙа, ҡабарһын өсөн йылы урынға ултыртабыҙ. Ҡабарғас, 16 өлөшкә бүлеп, күмәстәр әүәләйбеҙ. Әҙер булғас, 30 минут ҡабарһын.
Йылынып йомшарған майҙы һарымһаҡ менән йәшелсәгә ҡушып, блендер менән иҙәбеҙ. Һәм һәр күмәстең эсен һаҡ ҡына тишеп, эсенә тултырабыҙ ҙа өҫтөн йомортҡа һарыһы менән майлайбыҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә 15 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Сығанаҡ: "Һәнәк"