Күптәр баланың тырнаҡ кимереүен бер нимә менән дә мәшғүл булмауы йәки тырнаҡтарҙың тәмле булыуында тип уйлауҙары бар, тик эш унда тугел шул. Бала ныҡ ҡына көйәләнгәндә, нервыһы ҡаҡшаған саҡта тырнағын кимерә башлай. Тырнаҡты кимереү нимәнән килеп сыға? Был насар ғәҙәттән нисек арынырға? Ошо һорауҙарға яуап эҙләйек.
Ғәҙәттә, бала яңы коллективҡа барырға ояла, бәлки мәктәптә контроль эштән йәки уҡытыусылар, ата-әсәләр әрләйҙәр тип ҡурҡа.
Тырнаҡтарҙың яман булыуы ҡурҡыныс түгел, тырнаҡтар яңынан үҫә. Иң ҡурҡынысы шунда – бала эмоцияларын үҙендә тота, сығармай, баҫа. Киреһенсә, хис-тойғоларын, кисерештәрен күрһәтеү урынына үҙенә ябай ғына тик уның өсөн генә күңеленә ятҡан шөғөл таба – тырнаҡтарын кимерә башлай. Иларға ярамай – көләләр, ҡысҡырырға, асыуланырға ярамай – әрләйҙәр һәм башҡалар. Бер һүҙ менән әйткәндә бала эмоциялар менән йәшәй белмәй. Ни тиһәң дә мәктәптә быға өйрәтмәйҙәр. Шулай итеп бала тырнаҡтарын кимереп үҙенә тыныслыҡ таба. Ә баҫылған, баҫтырылған кисерештәр эҙһеҙ үтмәй.
Бындай балалар үҙ-үҙенә ышанып бармайҙар, үҙҙәренең хәл-торошо менән уртаҡлаша белмәйҙәр. Хистәрен күрһәтмәйенсә, үҙҙәрендә бикләнеп, йомолоп ҡалалар. Һөҙөмтәлә бындай балаларҙа невроз башлана. Ҙурайғас уларға икенсе кеше менән ниндәйҙер мөнәсәбәттәр ҡороу һәм булдырыу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ул йылдар буйына яратмаған эшендә, бик әҙ генә эш хаҡына риза булып эшләүе ихтимал, сөнки шулай итеп ул үҙенең эске торошон баҫып, түҙеп өйрәнгән. Кимерелгән тырнаҡтар – был бәләнең иң бәләкәсе генә, ҙурайғас был проблеманан ҡотолоуы бик ауыр, ҡыйбат һәм оҙаҡ. Иң һөҙөмтәлеһе – баланы хис-тойғоларҙы кисерергә өйрәтеү.
Ата-әсәләргә ошо насар ғәҙәтте аңлап ҡабул итергә һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Иң мөһиме, тырнаҡ кимергән осорҙа – былай ҙа һыҙлаған бармаҡтарына һуҡмағыҙ. Ниндәйҙер майҙар, шыйыҡсалар менән буярға, балаға «Беҙ һине яратмайбыҙ, сөнки һин тырнағыңды кимерәһең», – тип әйтергә бөтөнләй ярамай. Бындай аҙымдар тырнаҡ кимереүҙе кәметмәй, киреһенсә, йоғонтоһо насар була.
Әлбиттә, бөгөнгө көндә психологияла ошо яман ғәҙәттәрҙән ҡотолоу өсөн бик күп төрлө ысулдар бар. Шуларҙың береһе әкиәт терапияһы. Мәҫәлән: шундай әкиәт һөйләргә – бармаҡтар тештәрҙән ҡурҡалар, сөнки улар ауырттыра тиҙәр, шуға ярһып илайҙар. Шунан балаға аңлатырға кәрәк: «Һин йоҡлаған саҡта, бармаҡтарың ныҡ итеп иланылар һәм беҙгә ошо дарыуҙарҙы һөртөгөҙ», – тинеләр тип төнгөлөккә тырнаҡтарҙы махсус шыйыҡса менән буярға мөмкин.
Балаларҙың бармаҡтары һәр ваҡыт ниндәйҙер ижад өҫтөндә эшләүе мөһим – пластилин, балсыҡтан һындар әүәләү, һүрәт төшөрөү, туп тәгәрәтеү, төрлө фигураларҙан майҙансыҡтар төҙөү, арттерапияһы һәм башҡалар.Тағы ла төрлө уйындар ойошторорға була – мәҫәлән, ҡыҙыл һәм ҡара йондоҙҙар менән. Әгәр ҙә бала тырнағын кимерә икән уға ҡара йондоҙ, әгәр ҙә кимермәй икән ҡыҙыл, аҙаҡ инде һөҙөмтәләренә ҡарап (10 ҡыҙыл йондоҙ икән) киноға, зоопаркка йәки тағы ла берәй ергә бергәләп барырға була. Был тырнаҡ кимергән бала өсөн бик һәйбәт кенә стимул булып торасаҡ.
Һәр ваҡыт баланы ошо насар ғәҙәтен ҡулланмаған өсөн маҡтап тороғоҙ, был һүҙҙәр бала өсөн бик мөһим.
Әлбиттә, бының өсөн хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙгә үҙегеҙҙең балаларығыҙға бигерәк тә иғтибарлы булыуығыҙ һорала. Ниндәй генә проблемалар килеп сыҡһа ла, балағыҙҙы яратығыҙ, йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ, үҙегеҙҙә көс, сабырлыҡ табып уға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Иң мөһиме төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, барыһы ла һәйбәт булыр. Әгәр ҙә үҙегеҙҙең хәлегеҙҙән килмәй икән белгестәргә мөрәжәғәт итергә тартынмағыҙ.
Миләүшә Байғужина,
республика психологик-педагогик медицина һәм социаль ярҙам үҙәгенең Хәйбулла филиалы педагог-психологы.