Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
24 Март , 16:46

Гәзиттән ... ашлама

Тик бының өсөн ҡаралы-аҡлы макулатура ғына бара, төҫлө гәзиттәрҙе ҡулланмағыҙ!

Һәр кемдең йортонда байтаҡ макулатура йыйылып китә. Күптәр уны сүплеккә ташлай йә яндыра. Ә бит ул мульча (мульча- сүп үләне үҫмәһен һәм дым кипмәһен өсөн тупраҡҡа  йәйелә торған материал) өсөн иң яҡшы материал! Тик бының өсөн ҡаралы-аҡлы макулатура ғына бара, төҫлө гәзиттәрҙе ҡулланмағыҙ!

Ҡағыҙ мульчаһын ҡурай еләге аҫтына һалығыҙ һәм бай уңыш алып һөйөнөрһөгөҙ. Ул шулай уҡ ҡуҙаҡлы  культураларға ныҡ килешә. Әгәр түтәлдәрҙәге тупраҡты тиҙерәк йылытырға теләһәгеҙ, бер нисә ҡат гәзит һалып сығығыҙ. Ҡағыҙ мульча аҫтында тупраҡ 3-4 градусҡа йылыраҡ була. Шуға күрә үҫентеләрҙе ҡырауҙан һаҡлау өсөн ҡағыҙ мульча ҡулланыу отошло.

Ҡағыҙ мульча аҫтында тупраҡ 3-4 градусҡа йылыраҡ була. Шуға күрә үҫентеләрҙе ҡырауҙан һаҡлау өсөн ҡағыҙ мульча ҡулланыу отошло.

Фото: asienda.ru

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Карима Усманова
Автор:
Читайте нас