Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Март , 13:46

Һоло ярмаһы менән йыуынһаң, бер ниндәй тональ крем кәрәкмәй.

Һоло ярмаһы менән йыуынһаң, биттәге бөтә ҡара нөктәләр, һөйәлдәр, һипкелдәр, ҡырауҙар һәм күҙ төбөндәге күгәреп тороуҙар юҡҡа сыға. Ошо алымды ҡулланып ҡарағыҙ һәм һөҙөмтәһен күрерһегеҙ, үҙ күҙегеҙгә ышанмаҫһығыҙ!

Унар йыллап ҡулланып ҡараған, ышаныслы рецепт - битте һоло ярмаһы менән йыуыу (геркулес, овсяные хлопья).

 Йыуғандан һуң битегеҙ йомшаҡ ҡына булып ҡаласаҡ!

Һоло ярмаһы менән йыуыныу айырыуса кемдәрҙең биттәре майлы - шуларға тәғәйенләнгән, шулай уҡ боҙолоп торған бит тиреһенә, ауырыу кеүек йөҙ өсөн яҡшы.

Бер ус һоло ярмаһын алабыҙ (эрерәк тә, вағыраҡ та бара). Һолоно уста ныҡ итеп ҡыҫып, ағып торған йылы һыуға килтерәбеҙ 1 минут тирәһе генә. Һыуланған һоло ярмаһы менән битте ышҡый башларға. Инде бер-нисә секундтан һоло ярмаһы һабын һымаҡ күперә башлай.

Битте һоло ярмаһы менән йыуыр алдынан раковинаға марля һалыр кәрәк, һыу юлы тығылмаһын өсөн. Әгәр ҙә бит боҙола йә кибә башлаған һымаҡ күренһә борсолоу кәрәкмәй. Шулай итеп тире зарарлы матдәләрҙе сығара. Аҙна аҙағына ҡарай бөтәһе лә яйлана башлаясаҡ.

Һоло ярмаһы менән иртәле - кисле йыуынырға була.

Гөлгөнә Баййегетова.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-29350652_68578

Автор:
Читайте нас