Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Март , 17:52

Яҙғы эштәр: ниндәй помидор сәсергә?

Уңған баҡсасылар түбәндәге сорттарға өҫтөнлөк бирә. Ә һеҙ?

"МЕДОВЫЙ ТОЛСТОПУЗ" — юғары уңышлы, ҙур һәм ғәҙәти булмаған  татлы тәмле сорт. Итле, һыуы аҙ.
"ЗОЛОТОЙ ТЁТИ ГЕРИМ" — һуң өлгөрә торған, ҙур ҡыҙғылт һары сорт. Йомшаҡ итләс, еңелсә хуш еҫле һәм татлылығы менән айырылып тора.

"СУПЕРГИГАНТ РОССИИ" — иртә өлгөрә торған, ҙур сорт. Яҡшы тәрбиәләгәндә, ауырлығы  1,5–2 кг-ға етә ала. Туҡлыҡлы, татлы, аҙ ғына әскелт.

"БРАВЫЙ ГЕНЕРАЛ" —иртә өлгөрә торған, бик ҙур (1 кг-ға тиклем етә). Татлы, хуш еҫле, салат, һут һәм соус өсөн бик яҡшы.

"МЯСИСТЫЙ-САХАРИСТЫЙ" — ҙур, орлоҡтары аҙ һәм тығыҙ, баллы сорт. Температура үҙгәрештәрен яҡшы кисерә һәм мул уңышы менән һәр саҡ шатландыра.

Ә һеҙ ниндәй сортлы помидорҙар сәсәһегеҙ?

Сығанаҡ: Эльмира Исхаҡова.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Автор:
Читайте нас