Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Февраль , 10:58

Матурлыҡ рецебы

Иртән ошондай ризыҡ ашаһағыҙ, тирегеҙ яҡшырыр, айырыуса бит-йөҙ тирәһе матурланып китер. Тағы ла был рецепт дәрт бирә һәм айына 2,5 килограмға тиклем ауырлыҡты кәметергә ярҙам итә. Аш һеңдереүҙе яҡшырта, эс ҡатыуҙан һәм артыҡ майҙан ҡотолдора.    

Ингредиенттар:

- биш – ете бөртөк ҡара емеш (чернослив),

- ике аш ҡалағы һоло яҫмығы,

- бер стакан кефир йәки майһыҙ йогурт,

- бер аш ҡалағы етен майы,

- бер балғалаҡ какао-порошок.

 

Әҙерләү барышы:

 

Ҡара емештең өҫтөнә 100 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10-15 минутҡа ултыртып тороғоҙ;
Айырым һауытта һоло, какао һәм етен майын бутағыҙ;
Уларға кефир өҫтәгеҙ һәм һәйбәт итеп болғатығыҙ;
Бүрткән ҡара емеште ваҡ итеп турап, ҡатнашмаға өҫтәгеҙ;
Тағы бер тапҡыр болғатығыҙ һәм төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Һыуыҡ ризыҡ яратмаһағыҙ, бүлмә температураһында, һалҡынсараҡ урында ҡалдырырға ла мөмкин.


Тәмле лә, файҙалы ла иртәнге ризыҡ әҙер. Сәләмәт булығыҙ, файҙаһын күрегеҙ!

 

Фото: А. Данилов.

 

Сығанаҡ: https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2026-02-22/maturly-retseby-4588529 

Автор:
Читайте нас