Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Февраль , 22:30

Ифтарға - бәлеш

"Батшалар бәрәмәсе"н бешереү өсөн ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ.

"Батшалар бәрәмәсе" тип йөрөтөлгән эремсекле бәлеште ябай ғына рецепт буйынса бешерергә була.

Бер таба бәлеш бешереү өсөн түбәндәгеләр кәрәк:

200 грамм аҡ май,

өс стакан он,

бер стакан шәкәр,

яртышар балғалаҡ тоҙ менән сәй содаһы,

500 грамм эремсек,

дүрт йомортҡа,

эслек өсөн йәнә бер стакан шәкәр ҡомо.

Эслек өсөн эремсеккә йомортҡа, шәкәр һәм ванилин ҡушып, блендер менән бутайһың.

Ҡамыр валсыҡ хәлендә була. Һыуытылған аҡ майҙы ҡырғыста ҡырып, уға шәкәр, он, сода һәм тоҙ ҡушып, бергә ыуығыҙ. Килеп сыҡҡан валсыҡтарҙың яртыһын формаға һалып, ҡул менән тигеҙләгеҙ. Өҫтөнә эслек һалып, уның өҫтөнә валсыҡтың ҡалған яртыһын һибегеҙ. 180 градус эҫелектәге духовкала 40-45 минут температурала бешерегеҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзитенән

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Автор:
Читайте нас