Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Февраль , 20:35

Татлы тамыр (солодка) организмды таҙарта

Был үҫемлек лимфа системаһын таҙартыу һәм яңыртыу өсөн генә булдырылған тиерһең.

Организмы шлактарҙан таҙартыу өсөн бер ҡалаҡ татлы тамыр сиробын бер стакан йылы һыуҙа иҙеп, ас ҡарынға эсергә. Бөтә лимфа шыйыҡлана башлай. Мәҫәлән, танауҙан һыу аға башлауы ихтимал. Бер сәғәттән татлы тамыр тарафынан шыйығайтылған һәм йыйылған шлактар эсәктәрҙә туплана. Иң күп лимфа төйөндәр эсәктәрҙә урынлашҡан – улар тиҫтәләрсә мең! Ошо ваҡыт эсендә эсәктәргә сорбент (энтеросгель пастаһы) эләкһә, организмдан бөтә бысраҡты йыйып сығарырға тейеш. Бер ҡалаҡ энтеросгелгә бер стакан һыу ҡушып эсергә һәм 1,5-2 сәғәттән һуң ғына ашарға мөмкин.

Энтеросгель пастаһы – иң яҡшы энтеросорбент, ул организмдан бөтә бысраҡты сығара  һәм витаминдарҙы, минералдарҙы ғына ҡалдыра. Таҙарыныу курсын ике аҙна үткәрергә кәрәк.

Һөҙөмтәлә һеҙҙең тирегеҙ таҙарып, сәләмәтлегегеҙ яҡшырып ҡалыр, аллергияғыҙ үтер, ҡан баҫымығыҙ көйләнер һәм башҡа ауырыуҙар ҙа борсомаҫ.

Тәүҙә сирҙәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал. Сөнки организм ныҡ итеп таҙарына башлай, әммә бер нисә көндән барыһы ла үтә.

Халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Сәләмәт булығыҙ!

«Йәшлек» гәзитенән.

Автор:
Читайте нас