Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Февраль , 19:03

Көнөнә бер генә ҡалаҡ эсһәгеҙ...

Ҡан тамырҙарығыҙ тап-таҙа булыр!

Был ҡатнашманы көнөнә бер аш ҡалағы ғына ҡабул итергә кәрәк. Ул вена һәм артерияларҙы таҙарта.

Шулай итеп беҙгә кәрәк:

- бер сынаяҡ лимон һуты;

- бер сынаяҡ алмалы аш һеркәһе (яблочный уксус);

- бер сынаяҡ ваҡланған һарымһаҡ;

- бер 1 сынаяҡ ваҡ итеп туралған имбир тамыры;

- бер сынаяҡ бал.

Ошоларҙың барыһын бергә ҡушып, ағас ҡалаҡ менән һәйбәт итеп бутағыҙ. Унан таҙа быяла банкаға һалып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Бәләкәйерәк бер нисә банкаға бүлеп һалырға ла мөмкин.

Файҙаһы нимәлә? Лимон һуты организмға һелтеле йоғонто яһай. Уның составындағы С витамины атеросклероздың көсәйеүен (артерияларҙың ҡатыуын) кәметергә ярҙам итә. Бынан тыш, ул артерияларҙа насар холестерин тупланыуына юл ҡуймай. Бынан тыш, был ҡатнашма иммунитетты ла нығыта.

“Твое Здоровье” төркөмөнән.

Халыҡ медицинаһын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас