Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
9 Февраль , 20:48

Көҙ мул уңыш алыу өсөн орлоҡтарҙы нисек һайларға?

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Хәйбулла районындағы филиалының белгестәре үҙ кәңәштәре менән уртаҡлашты

Көҙ мул уңыш алыу өсөн  орлоҡтарҙы нисек һайларға?
Көҙ мул уңыш алыу өсөн орлоҡтарҙы нисек һайларға?

Ҡыш көнө орлоҡтарҙы әүҙем һатып алыу башлана. Йыш ҡына кешеләр тик матур төргәктәргә генә иғтибар итә. Яңы миҙгелдә уңыш менән проблемалар булмаһын өсөн белгестәр орлоҡ һайлау буйынса тәҡдимдәр менән бүлеште.

Сорттарҙы йәки гибридтарҙы һайлағанда Рәсәйҙә сығарылған сорттарға туҡталыу яҡшыраҡ. Улар беҙҙең климатҡа яраҡлаштырылған һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

Нимә һайларға - сорт йәки гибрид?

Сорттар һәм гибридтар араһында һайлауҙа уларҙың ыңғай һәм кире яҡтарын иҫәпкә алырға кәрәк. Сорттарҙың емештәре тәмлерәк һәм йомшағыраҡ, әммә улар ауырыуҙарға бирешеүсән һәм бер ваҡытта өлгөрмәй. Гибридтар үҫтереүҙә талымһыҙ һәм һирәгерәк ауырый, әммә уларҙың орлоҡтарын киләһе йыл өсөн йыйып булмай.

Теплицала сорттарҙың 70 процентын һәм гибридтарҙың 30 процентын ҡулланыу оптималь вариант булып тора.

Пакеттағы яҙыуҙар нимә тураһында һөйләй?

Әгәр сорт ауырыуҙарға сыҙамлы тип күрһәтелһә, ниндәй сирҙәргә икәнен аныҡларға кәрәк.

Ауырыуҙарға ни тиклем сыҙамлылығы ҙурыраҡ булған һайын, тәме лә шул тиклем насарыраҡ була. Әгәр "яҡшы тәм сифаттары" тип яҙһалар, был хәүефле билдә булыуы мөмкин, бәлки, емеш идеалдан алыҫ.

Оҙайлы һаҡлау тураһында мәғлүмәт йыш ҡына йәшелсәләрҙең ҡаты һәм тәмһеҙ булыуын аңлата.

Пакетта ниндәй мәғлүмәт мотлаҡ күрһәтелергә тейешлеге тураһында инфографикала ҡарағыҙ.

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас