Был төнәтмә кислотаны нейтралләштерә, нервы системаһын тынысландыра, баш ауыртыуын баҫа.
Ромашка төнәтмәһе
Кипкән ромашка сәскәләрен бешерергә кәрәк. Бер стакан ҡайнар һыуға өс аш ҡалағы ромашка һалырға һәм 20 минут торорға. 100-150 миллилитр эсергә кәрәк. Шифалы үлән үҙәк көйөүен бөтөрә, ашҡаҙанды һәм эсәкте тынысландыра, эс ташыуын һәм газ барлыҡҡа килеүен кәметә.
Бөтнөк (мята) төнәтмәһе
200 миллилитр һыуҙа ҡайнатылған бер сәй ҡалағы бөтнөк үҙәк көйөү билдәләрен бөтөрөргә ярҙам итә. Үләнгә ҡайнар һыу өҫтәгәндән һуң, 15 минут торорға кәрәк. Мята кислотаны нейтралләштерә, нервы системаһын тынысландыра, баш ауыртыуын баҫа.