ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Января , 10:28

Ҡан тамырҙарығыҙ таҙа, һығылмалы булыр

Ябай ғына ике рецепт - яҙмала.

Ҡан тамырҙарын таҙартыу һәм һығылмалылығы өсөн рецепттар тәҡдим итәбеҙ.

Ҡан тамырҙары һығылмалылығы өсөн бер сәй ҡалағы лимон һуты, бал һәм көнбағыш майы ҡушып, ас килеш эсегеҙ. Дауалау курсы - 10 көн. Йәки бер сәй ҡалағы бал һәм 3/4 стакан йылы ҡайнар һыуға ярты лимон һутын бутағыҙ. Йоҡлар алдынан 10 көн эсегеҙ.

Тағы бер рецепт. Ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн ит турағыс аша ике урта лимон үткәрегеҙ, ике аш ҡалағы бал өҫтәгеҙ, болғатығыҙ, быяла банкаға һалығыҙ һәм бер тәүлек бүлмә температураһында тотоғоҙ. Ашар алдынан йәки сәй менән көнөнә 2-3 сәй ҡалағы эсегеҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас