Өс йомортҡаға 12 ҡалаҡ шәкәр өҫтәгеҙ ҙә миксер менән яҡшы итеп күпертеп алығыҙ. Ошо массаға 12 ҡалаҡ һөт, 12 ҡалаҡ көнбағыш майы, 12 ҡалаҡ (өймәләм һәм иләнгән булһын) он һәм бер ҡап ҡамыр ҡабартҡыс өҫтәп, ныҡлап туғығыҙ. Ярты лимондың һутын өҫтәргә мөмкин. Йөҙөм йәки башҡа емештәр (туң булһа ла ярай) ҡушып ебәрһәгеҙ ҙә була.
Майланған табаға һалып, 180-200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 25-30 минут самаһы бешерергә.
Әгәр ҙурыраҡ табын өсөн әҙерләргә кәрәкһә, һәр ингредиентты ике йәки өс тапҡыр күберәк алырға кәрәк.
Был рецепт торт эшләү өсөн дә ҡулай.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Интернет селтәренән алынды.