

Белдекле хужабикәләр аш-һыу бүлмәһендәге бер нәмәне лә бушҡа әрәм итмәй. Улар ҡулында бөтә нәмә үҙ тәғәйенләнешен таба. Мәҫәлән, һуғанды аш бешергәндә ҡулланғандан һуң, ҡабығын да ташламай, файҙаһын күреүселәр бар.
Һуған ҡабығында кверцетин флавоноиды күп - ул һаулыҡты һәм күҙәнәктәрҙең йәшлеген һаҡлаусы, ракка ҡаршы көрәштә ярҙам итеүсе бик көслө антиоксидант. Кверцетин аллергия менән яфаланыусыларға сир билдәләрен еңеләйтеү өсөн кәрәк, ул елһенеүгә ҡаршы тора алырлыҡ һәләткә эйә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының һаулығына ыңғай тәьҫир итә.
Өй шарттарында ҡайһы осраҡтарҙа һуған ҡабығын ҡулланып булғанын ҡарап үтәйек.
*Тымау. Ҡайнап торған һыуға бер аҙ ҡабыҡты һалып ҡайнатып, шуның боҫон өс-биш минут һуларға кәрәк.
*Йүткереү. Ике ҡалаҡтай ҡабыҡҡа ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп (таҙартылған йәки туңдырып иретелгән һыу булһа - яҡшы), 10 минут ҡайнатырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алдан йылы килеш яртышар стаканлап эскәндә файҙаһы күренер.
*Тиреләге бәшмәк сирлеләргә лә кәрәге тейеүе бар һуған ҡабығының. Нисек итеп ҡулланырға була? Термосҡа ике ҡалаҡ ҡабыҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән төнәтмәне һөҙөп алып, уға зәйтүн майы ҡушырға. Массаны ҡара быяла һауытҡа ҡойоп ике тәүлеккә йәнә ултыртып торорға. Шунан инде тиренең боҙолған урындарына көнөнә өсәр тапҡыр һөртөргә.
*Сәсте нығытыу өсөн рецепт. Сәскә сәләмәт төҫ биреү, нығытыу өсөн аҙнаһына ике тапҡыр түбәндәгесә эшләргә кәңәш ителә. 1:10 нисбәтендә (1 өлөш - ҡабыҡ, 10-ы - ҡайнар һыу) төнәтмә эшләп бүлмә температураһына еткәнсе һыуытырға. Ошо төнәтмә менән сәстең төбөнә ышҡы-ышҡып һөртөргә лә башты йылытып урарға. 5 минуттан һуң шампунһеҙ яҡшылап йыуып төшөрөргә.
*Варикоз булғанда ҡайнар һыуға һуған ҡабығын һалып, йылымсаланғанын көтөргә. Шунда талған аяҡтарҙы тығып ултырыу бик һөҙөмтәле. Был процедура арыуҙы ғына бөтөрөп ҡалмай, ә шешенеүҙән ҡотолорға ла ярҙам итә.
Фото:Розалия Хисаева.