ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Ғинуар , 06:52

«Ғүмерҙең үткәне һиҙелмәйҙә ҡалған»

Сиҙәм ауылындан һуғыш осоро балаһы Тәнзилә Тиманкина  лайыҡлы тормош юлы үткән хеҙмәт ветераны. Ул 1941 йылдың 15 апрелдә Учалы районы Ялсығол ауылында ишле ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килә. 10-сы класты тамамлағас, Дыуан ауыл хужалығы  техникумына уҡырға инә.

-Алты балалы ғаиләлә иң бәләкәйе булып үҫтем. Апайымдар һәм ағайымдар ҡулыма эш тигеҙмәй иркәләтеп кенә үҫтерҙеләр. Бала сағым ауыр йылдарға тура килде. Ашарға ризыҡ һәм кейергә кейем булманы. Мәктәптә уҡығанда иген утарға йөрөнөк. Техникумға уҡырға килгәс, уҡыу йортоноң малсылыҡ фермаһында һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләнек,  сусҡа ла баҡтыҡ. Көндөҙ эшләһәк, кискеһен уҡый инек.  Урып-йыйыу осоронда икенсе колхоздарға эшкә ебәрә торғайнылар. Техникумда уҡығанда беҙҙе ныҡ эшләттеләр. Бер буш ваҡытыбыҙ булманы: эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрҙөк,  - тип - тип хәтер йомғағын һүттте Тәнзилә Тиманкина.

Техникумды тамамлағас, йәш агрономды йүнәлтмә менән Йылайыр районына эшкә ебәрәләр.

-Йылайыр районында колхозда йыл ярым эшләгәс, дуҫлашып йөрөгән егетем Александр армиянан ҡайтҡайны уға кейәүгә сығып, 1962 йылда Хәйбуллаға күсеп килдек. Бында бер-бер артлы улдарыбыҙ донъяға килде. Балалар бер аҙ үҫкәс, 1969 йылда “Хәйбулла” совхозында эшләй башланым. Тормош иптәшем дә совхозда комбайнсы-тракторист, тимерсе булды, - тип әңгәмәне дауам итте Тәнзилә апай.

Тәнзилә Ширғәле ҡыҙы совхозда оҙаҡ йылдар секретарь, кадрҙар буйынса инспектор булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ғүмеренең туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуалаһа ла йәш сырайлы, теремек. Бөгөн ул ҡош-ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп, улы Володя менән бергә донъя көтә.

  • Володя улым уң ҡулым, терәгем, таянысым. Өйләнмәгән, бергә донъя көтәбеҙ. Йорт эсендә лә, ихатала ла барлыҡ тиерлек эштәр уның иңендә. Икенсе улым Сергей ғаиләһе менән Баймаҡ районында йәшәй. Ейәнсәрем һәм бүләсәрем бар. Тормош иптәшем менән 40 йыл бергә ғүмер кисерҙек. Ул хәстәрлекле ғаилә башлығы, егәрле булды. Колхозда гел алдынғылар рәтендә эшләне.  Етеш тормошта йәшәнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  23  йыл яҡты донъяларҙа юҡ инде, - ти Тәнзилә Тиманкина.

Мәҡәләм геройы быйыл яҙ көнө үҙенең 85 йәшлек оло юбилейын билдәләргә йыйына.

  • Ғүмерҙең үткәне һиҙелмәйҙә ҡалды. 85 йәшкә етһәм дә йөрәк бер ҙә ҡартаймай. Артабан да Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын. Минең йәштә үҙ аяғыңда йөрөү оло бәхет. Тиҙерәк махсус хәрби операция тамамланып, донъялар тынысланһын, - ти юбиляр

Дәһшәтле йылдарҙа донъяға килеп, тормош ауырлығына бирешмәй матур ғүмер юлы үткән Тәнзилә Ширғәле ҡыҙына иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләп ҡалабыҙ.

Рәзилә Байғусҡарова.

Читайте нас