Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Ғинуар , 16:12

Ҡуйыртылған һөттө үҙегеҙ әҙерләп ҡарағыҙ!

-

Магазин кәштәләрендәге төрлө ҡуйыртылған һөттөң ниндәйен алырға белмәһәгеҙ, Мәрйәм Миңнеғолованың рецебы буйынса үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ әле. Бик тәмле һәм сифатлы килеп сыға.

Беҙгә кәрәк була:

3 литр магазин һөтө + 2,5 литр ауыл һөтө (сама менән)
Бер балғалаҡ содаға бер аш ҡалағы 9 процентлы уксус ҡойоп болғатабыҙ ҙа һөткә ҡушабыҙ.
Ҡалын төплө кәстрүлде майлап шунда һөттө ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты әкренәйтәбеҙ.

1 кг 500 грамм күләмендә шәкәр һалып, болғата-болғата ҡайнатабыҙ.

 

Автор: Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-01-15/uyyrtyl-an-tt-ege-erl-p-ara-y-4538000

Автор:
Читайте нас