Магний микроэлементы Башҡортостан халҡы араһында бик ныҡ популяр, ти табиптар. Уны стрестан да, профилактика өсөн дә эсәләр. Дарыухана кәштәләре төрлө өҫтәмәләрҙән һығыла, ә интернетта магнийҙың файҙаһы, уны һатып алырға кәрәклеге тураһында нимә генә яҙмайҙар. Тик беҙҙең организм эксперименттар үткәреү майҙаны түгел, модаға эйәргәнгә тиклем тәүҙә уның кәрәкме-кәрәк түгелме икәнлеген асыҡлағыҙ. Әгәр артығын эсһәгеҙ, сәләмәтлеккә зыяны бармы? Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш неврологы Мансур Ҡотлобаев был хаҡта аңлатма бирҙе.
– Организмға магний етешмәүен ниндәй билдәләрҙән белеп була?
– Магний кимәленең кәмеү осраҡтары йыш күҙәтелмәй. Әгәр кешелә был матдәгә ихтыяж ҙур икән, мәҫәлән, йөклөлөк осоронда йәки бәүел ҡыуҙырыу препараттарын эскәндә, организмда магний кәмеүе һиҙеләсәк. Уға ҡытлыҡ билдәләрен дүрт төркөмгә бүлергә мөмкин: Тәүгеһе – мускул синдромы. Ул мускулдарҙы ҡуҙғыта, ҡоршаҡ тотоуға килтерә, йоҡлағанда аяҡтарҙы тартыштыра. Икенсе төркөм – психоэмоциональ билдәләр. Кеше үтә хәүефләнеүсән, ҡуҙғыусан була бара, йоҡоһо ҡаса. Өсөнсө төркөм– йөрәк-ҡан тамырҙары билдәләре. Пациентты тахикардия, аритмия, юғары ҡан баҫымы яфалауы ихтимал. Дүртенсе төркөм – магнийҙың түбән кимәле матдәләр алмашыныуына йоғонто яһауы һәм башҡа электролиттар кимәленең үҙгәреүенә килтереүе (мәҫәлән, калий йәки кальцийҙың) ихтимал.
Магний кимәленең артыуы – гипермагниемия – һирәк осрай, бөйөр етешмәүсәнлеге, организмдан магний сығыуы боҙолоуы йәки магнийлы өҫтәмәләрҙе оҙаҡ эсеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был ваҡытта сир билдәләре берҙәй оҡшаш кеүек күренһә лә, улар үҙҙәрен башҡаса күрәһәтә. Мускулдар хәлһеҙлеге, аң боҙолоуы, баш мейеһе әүҙемлеге баҫылыуы, пульс түбәнәйеүе, ҡан баҫымы төшөүе мөмкин.
– Препаратты ҡайһы осраҡта ҡурҡмай эсергә мөмкин?
– Организмда магний кимәле түбәнәйгәндә инструкцияға ярашлы эсергә кәрәк. Анализдар тапшырғандан һуң табип һеҙгә нисек дауаланырға кәрәклеген аңлатасаҡ. Әгәр үҙегеҙҙә электролиттар етешмәгәнен һиҙәһегеҙ икән, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙҙә күҙәткән билдәләрҙең бөтөнләй башҡа сәбәбе булыуы ихтимал.
– Ниндәй аҙыҡтарҙа магний күп тупланған?
– Көнбағыш, ҡабаҡ орлоҡтары, сәтләүектәр, какао, көрпә – магнийға бик бай сығанаҡтар. Аҙыҡ аша алынған витаминдар, микроэлементтар айырыуса организм өсөн файҙалы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.