Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Ғинуар , 21:52

Йөҙөм төнәтмәһе ныҡ файҙалы

Хәл индерә, бит тиреһен яҡшырта.

Йөҙөм витаминдарға һәм минералдарға бай. Ул шулай уҡ антиоксидант сығанағы ла. Йөҙөмдөң һыуы емештәренә ҡарағанда ла файҙалыраҡ. Бер нисә тапҡыр уны ҡулланғандан һуң аш һеңдереүҙең яҡшырғаны, көс ингәне тойола.  Сөнки йөҙөм һыуы ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуҙы әүҙемләштерә, шунлыҡтан аҙыҡ та, туҡлыҡлы матдәләр ҙә яҡшы үҙләштерелә. Ҡан таҙара, иммунитет күтәрелә.  

400 мл һыуға 150 грамм йөҙөм алына.

Әҙерләү

Кәстрүлгә таҙа һыу ҡойоп ҡайнатып сығарабыҙ. Артабан таҙа итеп йыуылған йөҙөмдө һалып, талғын утта 20 минут ҡайнатып һүндерәбеҙ. Уны төнгөлөккә бүлмә температураһында ултыртып ҡалдырабыҙ. Иртән һөҙөп, йылытыбыраҡ эсәбеҙ. Бер ҡулланыуға - ярты стакан төнәтмә, бер ҡалаҡ йөҙөмөн ашап ҡуйырға була.   

Бының өсөн яҡшы киптерелгән, сифатлы йөҙөм кәрәк. Һатып алғанда тышы ялтырап торған, ныҡ йомшаҡ йәки ныҡ ҡаты емеште алмағыҙ. Төнәтмәне ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Дүрт көн эскәс туҡтайбыҙ. Шулай ай һайын ҡабатлап алырға була.

Шәкәр сире менән ауырыусыларға йәиһә һимереүгә һәләтле кешеләргә йөҙөмдө һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәрәк. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

         Автор: Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас