Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Ғинуар , 14:27
1

Бауырҙы таҙартыу һәм ҡорһаҡ майын яндырыу өсөн!

Был сараларҙың теләһә ҡайһыһын эшләгеҙ, һәм һеҙ күп тә тормай ыңғай айырманы тоя алаһығыҙ.

Ромашка сәйе: ромашканан сәй әҙерләгеҙ һәм уны йоҡлар алдынан эсегеҙ, был һеҙгә яҡшыраҡ йоҡларға, йыуан эсәкте таҙартырға һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшыртырға ярҙам итер.

Имбир һәм лимон һыуы: имбир киҫәген киҫегеҙ һәм лимондың яртыһын ҡулланығыҙ, һыуҙы ҡайнатығыҙ һәм ике ингредиентты ла өҫтәгеҙ, биш минут ҡайнатығыҙ, һуңынан һыуытығыҙ. Был дарыуҙы һәр кис ике аҙна эсергә тейешһегеҙ.

Һоло: ете сәғәткә бер шәшке һолоно һыуға һалығыҙ, аҙаҡ һөҙөгөҙ, һуңынан блендерҙа бер ҡалаҡ корица һәм бер стакан һыу менән бутағыҙ. Һәр кис ошо йылы препаратты эсегеҙ, һоло сүсе һеҙҙең аш һеңдереү системаһының бөтә процестарын яҡшыртасаҡ.

Был сараларҙың теләһә ҡайһыһын эшләгеҙ, һәм һеҙ күп тә тормай айырманы тоя алаһығыҙ.

Ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас