Кәрәк буласаҡ: 2 кг кәбеҫтә, 2 эре кишер, 1 эре сөгөлдөр, 4-5 теш һарымһаҡ.
Кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турайбыҙ, 2 кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ йәки ваҡлап турайбыҙ.
3 литрлыҡ банкаға йәки кәстрүлгә йәшелсәләрҙе сиратлап һалабыҙ: кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, һәр ҡатҡа ваҡлап туралған һарымһаҡ һибеп сығабыҙ. Әсе тәм яратыусылар өсөн берҙе әсе борос турап ҡушырға ла була. Әҙер кәбеҫтә ҡатламына эҫе маринад ҡоябыҙ. Тәрилкә йәки ҡапҡас менән баҫтырып ҡуябыҙ.
Маринад әҙерләйбеҙ: 1л һыу, 150 гр шәкәр, 3 аш ҡалағы тоҙ, 2-3 лавр япрағы, 3 хуш еҫле борос, 150 гр 9%-лы аш һеркәһе.
Маринадты әҙерләгәндә барыһын бергә һалып ҡайнатабыҙ, ҡайнап сыҡҡас та аш һеркәһен ҡушабыҙ.
Өс көндән сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтәбеҙ әҙер!
Ризығығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!
Интернет селтәренән алынды.