Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Ғинуар , 16:28

Гөбәҙиә

Сәйгә бик тәмле бәлеш

Ҡамыр өсөн бер йомортҡа, 50 грамм йомшаҡ аҡ май, 100 грамм ҡаймаҡ, семтем тоҙ, бер балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 200 грамм самаһы он кәрәк. Ошоларҙы ҡушып, ҡамыр баҫҡандан һуң уны һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Ул арала эслек әҙерләргә кәрәк. Бер стакан дөгөнө йыуып, тоҙло һыуҙа бүрттерәбеҙ, берәр ус самаһы йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш  йыуып турайбыҙ, өс-дүрт йомортҡаны бешереп, ваҡ ҡырғыстан ҡырабыҙ, 250-300 грамм ҡыҙыл эремсек әҙерләйбеҙ.

Ҡамырҙы алып, ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурырағын табаға йәйгәс, тәүҙә ҡыҙыл эремсек һалабыҙ, аҙаҡ бер-ике ҡалаҡ шәкәр һибеп дөгө һалабыҙ, уның өҫтөнә емештәр, иң һуңынан йомортҡа һалабыҙ, әҙ генә аҡ май һалып, гөбәҙиәнең өҫтөн ҡаплайбыҙ. Ҡаплағас, май, шәкәр, ондо бергә бутап, валсыҡты ҡамыр өҫтөнә һибәбеҙ. Газ мейесендә 40 минут самаһы бешерәбеҙ.

Автор: Резеда Шәнгәрәева

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-01-06/yaldar-a-ya-yndary-y-y-g-b-i-men-n-yyla-y-4529594

Автор:
Читайте нас