Аталары, аҙыраҡ уйланып торғас, уларға йылмайып ҡараған да: «Иртәгә иртәнсәк барыһын да аңлатырмын», - тигән. Икенсе көнөнә ата-әсә, балаларын арбаға ултыртып, йылға буйына юлланған. Алтышар бәләкәй мискә һәм үрелгән кәрзин һатып алғандар. Йылға буйына килеп еткәс, ғаилә башлығы мискәләрҙе бейек ярға ҡуйған да, ошоларға һыу ташып тылтырырға кәрәк, тигән, һәр балаһына берәр кәрзин тотторған. Улары, ҡыҙыҡ күреп, әйтелгәнде үтәргә тырышҡан.
Тик, нисек кенә тырышһалар ҙа, бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Кәрзин күнәк түгел бит: һыуҙы тултырып алыуын алырһың да, тик ул ергә түгелеп бөтәсәк. Мискәгә табан йүгереп барған хәлдә лә. Бер нисә ҡат маташҡандар ҙа, арып, асыуҙары сығып, балалар ата-әсәһе янына килгән. «Былай булмай!», - тип белдергәндәр.
Өлкәндәр, бер-береһенә ҡарашҡан да йылғаға юлланған. Атайҙары бер кәрзингә һыу тултырып алған, ә әсәйҙәре, уның аҫтына үҙенең ҡуш усын ҡуйып, аҡҡан һыуҙы ергә түктермәгән, ҡулына йыйылғанын кире ҡойоп барған. Шул рәүешле улар оҙаҡламай алты мискәне лә тултырып ҡуйған.
Ғаилә ҡайтыу яғына ҡуҙғалған. Өйҙә уларҙы иртәнсәк үк бешерелгән тәмле бутҡа көтә, ти. Балалар, йүгереп килеп инеп, өҫтәл тирәләй ултырышҡан. Бына әсәй кеше тәмле еҫ бөркөлгән табаҡты табын уртаһына ҡуйған да ныҡ оҙон һаплы, ҙур ҡалаҡтар таратҡан. Балалары, нисек кенә тырышмаһын, бутҡаны ауыҙына тап килтереп ҡаба алмаған.
- Был ҡалаҡ менән ашап булмай ҙаһа! - тип ҡысҡырып ебәргән ас һәм асыулы кинйә малай.
Ата-әсә йылмайышҡан да, теге ҡалаҡтарҙы алып, бер-береһен ашата башлаған. Улайтһаң, бигерк уңайлы икән дәһә!
- Хәҙер аңланығыҙмы инде яҡшы һәм насар ғаиләләрҙең айырмаһын? - тип һораған атай кеше, балаларына һынаулы ҡарап.
Унан үҙе төшөндөрөп биргән:
- Ғаиләлә бөтә эш үҙ-ара ярҙамлашып башҡарылһа, һәр кем үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да мәнфәғәтен уйлап тырышһа, бәрәкәт килә. Бар бурыстар ҙа тиҙ атҡарыла, һәр кем туҡ, ҡәнәғәт, бәхетле була.
Балалар, бындай һабаҡтан ҡәнәғәт ҡалып, ата-әсәһенә рәхмәт белдергән.
«Бәрәкәт» журналынан.