Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Ғинуар , 11:38

Шешенеүҙе ҡайтара торған эсемлектәр

Алты файҙалы рецепты һаҡлап ҡуйығыҙ.

Организмдағы артыҡ һыу целлюлитҡа, артыҡ кәүҙә ауырлығына, шешенеүгә килтерә. Матдәләр алмашыныуы боҙола. Шешенеүҙе ҡайтара торған рецептар тәҡдим итәбеҙ.  

1-се рецепт:

2 аш ҡалағы онталған үгәй инә үләнен 200 мл ҡайнар һыуға һалып, термоста 1 сәғәт төнәтегеҙ. Иртәле-кисле 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ.

2-се рецепт:

1 балғалаҡ кипкән ҡайын япраҡтарын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, ярты балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ. Был һыуҙы ашарҙан ярты сәғәт алда эсегеҙ.

3-сө рецепт:

25-30 гр кипкән ҡарағат япрағын 500 мл ҡайнар һыуға һалып төнәтегеҙ. Һыуынған төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ.

4-се рецепт:

2 аш ҡалағы кипкән еләк һәм еләк япраҡтарын ҡайнар һыуға һалып, 2 сәғәт төнәтегеҙ. Был төнәтмәне ашарҙан алда 4 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ.

5-се рецепт:

2 балғалаҡ кипкән пәйғәмбәр тырнағы сәскәһен 500 мл ҡайнар һыуҙа 20 минут төнәтегеҙ. Был төнәтмәне ашар алдынан яртышар стакан эсегеҙ.

6-сы рецепт:

Кипкән бауыр үләне һабағын онтап, сәй кеүек бешерегеҙ. 1 стаканға 1 балғалаҡ һалыр кәрәк. Көнөнә 3 тапҡыр берәр стакан эсегеҙ.
Һәр халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан уға ҡарата аллергияғыҙ юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Шулай уҡ табип менән дә кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!
 
Сығанаҡ: vk.com/hakmarserdar
 
        Автор: Рузилә Ҡолөмбәтова
Автор:
Читайте нас