Гастрит һәм ашҡаҙандың сей яраһын булдырмау өсөн был емеште көнөнә:
✓ 3 йәшкә тиклемге балалар - 2-3 бүлем;
✓ 7 йәшкә тиклемгеләр - 1 дана;
✓ 7 йәште үткәндәр һәм өлкәндәр 3 мандаринғаса ашай ала.
Белгестәр цитрусты көндөң тәүге яртыһында, сәғәт 3-кә тиклем ашарға кәңәш итә.
Көслө аллерген да булған емештең файҙаһы ла бар: бер мандарин С витаминының тәүлек нормаһының өстән бер өлөшөн ҡаплай, ә составындағы А витамины коллагенды синтезлай.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...