- Баҫалҡы булһаң, баҫырҙар, уҫал булһаң, аҫырҙар, уртаса уҫал булһаң, ил ағаһы яһарҙар.
- Дан килер ҙә китер, яҡшы исем атанан балаға етер.
- Кешене хур иткән үҙе ҙур булмаҫ.
- Күлде ҡамыш матурлай, ирҙе намыҫ матурлай.
- Матурлыҡ – күҙ өсөн, холоҡ – күңел өсөн.
- Хур иткән дә ғәҙәт, ҙур иткән дә ғәҙәт.
- Әҙәмде әҙәм иткән - әҙәп.
- Атҡан уҡ кире ҡайтмаҫ, әйкән һүҙ эстә ятмаҫ.
- Ат ысҡынһа, тотоп була, һүҙ ысҡынһа, тотоп булмай.
«Тел гәүһәрҙәре» китабынан