ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
4 Ғинуар , 02:05

Үҙе йомшаҡ, үҙе тәмле...

Бауырһаҡты духовкала бешергәнегеҙ бармы? Һәр ваҡыт уңа, тиҙәр. Рецепт - сайтта.

Был рецепт менән Мәрйәм Миңлеғолова уртаҡлаша.

- Биш йомортҡаны миксер менән күперттем, шунан бер ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәнем, балғалаҡ осонда сәй содаһы алдым да уксус менән һүндерҙем, йомортҡаға ҡуштым. Миксерҙы һүндереп әҙләп кенә иләнгән он һалып болғаттым. Ҡамыр бик ҡаты ла, артык йәйелеп китерлек тә булмаһын. 20 минут "ял иттерҙем". Ҡамырҙан бауҙар тәгәрәтеп киҫтем дә, майлы табаға һалып барҙым, бауырһаҡтар өҫтөнә йылы май ағыҙҙым да духовкаға тыҡтым. Ишеген бер ара асып алдым. Бешеп еткәс алдым. Ашығыҙ тәмле булһын, - тип яҙа Мәрйәм Миңлеғолова.

Бөгөн-иртәгә бешереп ҡарайбыҙмы, ҡыҙҙар? 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас