Йөрәк йылыбыҙҙы һалып, тәмле ризыҡ әҙерләйек.
Ҡамыр өсөн
бер сынаяҡ ҡатыҡ (ойоған һөт), әҙ генә йылы һыу (ҡатыҡтың 3/1 өлөшө), 150-200 грамм аҡ май, бер йомортҡа, өс-дүрт аш ҡалағы манный ярмаһы, самалап тоҙ алына, бер балғалаҡ соданы һеркәлә һүндереп, ошо ҡатнашманың өҫтөнә ҡоябыҙ. Барыһын да бергә болғап, сама менән он өҫтәп, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Эслек эшләгәнсе шыптыр эсендә ял итеп ятһын.
Эслек өсөн
фарш (йәки ваҡ ҡына туралған тауыҡ ите), эрерәк итеп туралған биш-алты бәрәңге, ике-өс баш һуған (һутлыраҡ була), тоҙ, ҡыҙыл борос, тәмләткестәр алына. Барыһын бергә болғайбыҙ.
Һурпа өсөн
100 грамм самаһы һыу, ус аяһындай ҡаҙ майы (йәки йылҡы майы) алына, самалап тоҙ һалып ҡайнатабыҙ.
Өҫтәрендә бәләкәс кенә уйым ҡалдырып, ваҡ бәлештәр эшләйбеҙ. Бешеп сығыр алдынан һәр береһенә һурпа ҡоябыҙ.
Бешкәс, өҫтәренә аҡ май һылап ебәрһәк, бәлештәр ялтырашып, ҡыҙарышып китәсәк. 180-200 градуслыҡ духовкала 30 минут тирәһе бешерергә.
Аштарығыҙ тәмле, табындарығыҙ мул, яҡындарығыҙ имен-һау булһын!


