Ябай рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Кипкән әсе әремде (аптеканан алырға була) ике аш ҡалағын өймәләм тултырып алып, 0,5 йәки 0,75 литрлыҡ банкаға һалығыҙ, өҫтөнә бер стакан араҡы ҡойоғоҙ. Унан һыу ҡойолған кәстрүлгә ултыртып, утты тоҡандырығыҙ. Ул шулай һыу парында 20 минут томаланып ултырһын.
20 минуттан һуң утты һүндерегеҙ. Һыу парынан банканы алырға ашыҡмағыҙ, ул шул килеш ултырып һыуырға тейеш. Әйткәндәй, алкоголь пар менән сығып бөтә.
Иртәнсәк төнәтмәне һөҙөп алығыҙ ҙа (әремен һығып төшөрөгөҙ), бер аш ҡалағы бал ҡушығыҙ.
Был дауаны түбәндәге схема буйынса эсергә була:
Иртәнге 6-7 сәғәттә — ике аш ҡалағы, 12-13 сәғәттә — бер аш ҡалағы, 18-19 сәғәттә — бер аш ҡалағы, 23-24 сәғәттә ике аш ҡалағы эсегеҙ, барыһының да артынан йәшелсә-емеш ашап ҡуйығыҙ.
Ошо рецепт буйынса эшләнгән дарыуҙы схеманан тайпылмай ғына эсһәгеҙ, бер-ике көндә бронхиттың нимә икәнен дә оноторһоғоҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.