Өшөүҙән, бигерәк тә аяҡ һәм танауҙы өшөтөүҙән һаҡланырға кәрәк.
Сөнки көсһөҙләнгән организм вирусты тиҙ йоҡтора,
ауырыуҙар менән аралашмаҫҡа тырышығыҙ, йәмәғәт урындарына йөрөгән бөтә әйберҙәрҙе, бигерәк тә эпидемиялар осоронда, шул иҫәптән өҫ кейемде лә, даими йыуырға кәрәк, сөнки вирустар унда оҙаҡ һаҡлана ала,
ауырығанда бер тапҡыр ҡулланыла торған ҡулъяулыҡтар ҡулланығыҙ,
ауырыу таралған ваҡытта йәки стериль медицина битлеге кейергә кәрәк. Битлектәрҙе 4 сәғәт һайын алмаштырырға кәрәк,
йәмәғәт транспортына һәм йәмәғәт урындарына барғандан һуң ҡулдарҙы һәм битегеҙҙе мотлаҡ йыуығыҙ.
Әгәр өйөгөҙҙә кемдер ауырый башлаһа, ныҡлы һаҡланыу сараларын күрегеҙ. Сөнки йыш ҡына сир өйҙә йәшәүселәрҙең барыһына ла йоға. Әгәр өйҙә ауырыған кеше булһа, гигиена талаптарына айырыуса иғтибарлы булығыҙ.
Ауырыуҙың бүлмәһен даими рәүештә елләтергә кәрәк, был ауырыуға ла, өйҙәгеләргә лә файҙа килтерер.
Киҙеү ауырыуҙары ваҡытында көнөнә бер-ике тырнаҡ һарымһаҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Башҡа ваҡытта аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла һарымһаҡ ашау кәңәш ителә.
Әгәр һаулыҡ йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында һарымһаҡты ашарға ярамаһа, ингаляция эшләргә мөмкин: Бының өсөн бер-ике тырнаҡ һарымһаҡты һәм бәләкәй һуғанды ҡырғыс аша үткәрегеҙ ҙә, шуның менән тын алығыҙ.
Сода менән ингаляция эшләү ҙә файҙалы. Бының өсөн кәстрүлдә һыу ҡайнатып, унда бер аш ҡалағы аш содаһы һалып, уның менән 10 минут тын алығыҙ. Был ауырыған саҡта ла, киҙеү ауырыуҙарын профилактикалау өсөн дә бик шәп сара.
Сығанаҡ: Башдонъя