

Тиҙҙән Яңы йыл байрамы етә, күп хужабикәләр табынға билмән бөгө, манты эшләй. Түбәндәге рецепт буйынса билмән ҡамыры менән алдан яһап ҡуйһағыҙ ҙа була, бешкәс асылмай, матур килеш тора.
Ҡамыр өсөн:
Бер стакан ҡайнар һыуға дүрт аш ҡалағы он һалып тиҙ генә бутайбыҙ, тәменсә тоҙ һалабыҙ. Ике аш ҡалағы көнбайыш майы, ике йомортҡа һарыһы, бер йомортҡаны тулайым һалып ҡамыр баҫабыҙ.
Эслекте һәр кем үҙенсә әҙерләй.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!