Һоло кеҫәле ашҡаҙан, бөйөр һәм бауыр өсөн бик файҙалы.
Ул хатта үттәге, һейҙек ҡыуығындағы ташты ваҡлай, ҡан тамырындағы холестеринды кәметә. Һоло хәл индерә, көс-ҡеүәт өҫтәй, депрессиянан сығырға ярҙам итә.
Кеҫәлде әҙерләү өсөн 1 стакан һоло ярмаһы, 5 стакан һыу кәрәк.
Ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ һәм шыйыҡ кеҫәл ҡуйылығында булғансы ҡайнатабыҙ.
Унан һөт өҫтәп, йәнә ҡайнатабыҙ.
Бер аҙ һыуынғас, 4 аш ҡалағы бал ҡушып болғатабыҙ (тәменә ҡарап аҙыраҡ йә күберәк алырға мөмкин).
Әҙер кеҫәлде көн дауамында үҙегеҙ теләгәнсә эсегеҙ.
Сығанаҡ: Башдонъя